Күренекле башҡорт шағиры, мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тормош юлы һәм ижади эшмәкәрлеге менән яҡындан танышыу маҡсатында Баймаҡ ҡалаһынан Сирбаевтар һәм Бишбүләк районы Йылбулаҡ ауылынан Хәкимовтар ғаиләһе беҙгә ҡунаҡҡа килде.Беҙ, музейҙарға битараф булмаған ҡунаҡтарҙы күреүебеҙгә бик шатбыҙ. Мәғрифәтсебеҙ М.Аҡмуланың тормош юлы һәм ижады менән ҡыҙыҡһыныусылар өсөн музей ишеге һәр ваҡыт асыҡ. #экскурсия#БРмиллиәҙәбиәтмузейы#музейМАҡмулла